20.09.2019 Йәшә, урман!
Бөтә Рәсәй "Йәшә, урман!" акцияһы сиктәрендә Башҡортостан урмансылыҡтарында урмандарҙы таҙартыу өмәләре дауам итә.
Учалы урман хужалығы һәм урмансылығы хеҙмәткәрҙәре Илтабан, Төньяҡ-Урал һәм Илсеғол участкаларында, Бөрйәндекеләр Ағиҙел участкаһында дәррәү эшләгән. Бынан тыш Архангель, Ғафури, Дыуан, Нуриман, Ҡалтасы, Бәләбәй, Яңауыл, Стәрлетамаҡ урмансылыҡтарында ла урмансылар акцияны берҙәм күтәреп алған.
Иртәгә, 21 сентябрҙә, БР Урман хужалығы министрлығы, Өфө урмансылығы, Өфө урман-техник техникумы, Башҡорт дәүләт аграр университеты коллективтары Башҡортостан урмансылары паркын таҙартырға сыға, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Шулай уҡ иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республикабыҙҙа 1 сентябрҙән 1 октябргә тиклем Урман фондында санитар хәүефһеҙлек айлығы үтә.