20.09.2019 Ейәнсурала фельдшер менән эшҡыуар районға миллионды ҡайтарасаҡ
Ветеринар станцияһы фельдшеры һәм урындағы эшҡыуар район бюджетына 1 миллион һумды ҡайтарырға тейеш. Баҡһаң, 2016 һәм 2018 йылдарҙа район хакимиәте шәхси эшҡыуар менән берәҙәк хайуандарҙы тотоу, дуалау һәм тәрбиәләү тураһында килешеү төҙөй.
Бизнесмен ветеринар станцияһында эшләгән танышынан хайуандарҙы тикшереү һәм дауалау хаҡында ялған документтар тултырта.
Фельдшер был хеҙмәте өсөн 20 мең һум һорай. Ә эшҡыуар, дөрөҫ булмаған документтар ярҙамында, муниципалитеттан 1 миллион һум аҡса ала.
Суд ике әшнәне ғәйепле тип тапҡан һәм матди зыянды район бюджетына ҡайтарырға ҡушҡан. Эшҡыуарҙың ҡиммәтле сит ил машинаһына арест та һалғандар.