20.09.2019 Сентябрҙә умырзая сәскә атҡан
Быйылғы йылды аңлап булмай : май айында ҡапыл иретеп, бөтә тирә - яҡ шау сәскәгә күмелде лә, ныҡ итеп һыуытты, һуңынан йәй буйына ямғырҙар тынманы. Бер урында оҙайлы яуым- төшөм йонсотһа, икенсе райондарҙа ямғыр күҙе айҙар буйына ла төшмәне.
Сентябрҙең ҡояшлы көндәрендә «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы фенологтары аҡ умырзая, еләк, төҫлө ҡырағай ҡәнәфер , мәтрүшкәнең яңынан сәскә атыуын теркәгән. Быйыл уҫаҡ япраҡтары ла, ғәҙәти булмағанса, сентябрь айында уҡ сағыу ҡыҙыл төҫкә ингән.
Тәбиғәт тә йыл миҙгелдәре менән яңылыша, күрәһең.