19.09.2019 20 йыл элек уңышҡа өлгәшәләр
Донъя кубогында сығыш яһаған Рәсәй йыйылма ҡатын-ҡыҙ волейбол командаһы бишенсе турҙа Доминикан Республикаһы волейболсыларын 3:2 (25:15, 25:23, 23:25, 23:25, 15:5) иҫәбенә отоп, дүртенсе еңеү яуланы.
Улар Япония командаһына ғына ҡаршы тора алмай, ҡалған дәғүәселәрен отто. Киләһе дәғүәсеһе булып Сербия уйынсылары буласаҡ.
Дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарылған донъя кубогы турнирында Рәсәй волейболсылары 1999 йылда ғына бер тапҡыр көмөш миҙал яулай. Ә инде СССР заманында бер алтын, бер көмөш һәм өс бронза миҙаллы була.
Ул йәһәттән Куба менән Ҡытай командаларына етеүсе юҡ. Икеһе лә дүртәр тапҡыр еңеүсе була. Һуңғыһында Ҡытай һылыуҙары уңышҡа өлгәшә.