19.09.2019 Радий Хәбировтың БР Башлығы вазифаһын үтәй башлау церемонияһы башланды
Радий Хәбировтың вазифаға инеү айҡанлы артыҡ тантаналыҡ юҡ. Абруйлы ҡунаҡтарҙан Волга буйы округында Президент полпреды Игорь Комаров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, район башлыҡтары һәм башҡа йәмәғәтселек вәкилдәре килгән.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы тигән танытма тапшырылған һуң, Радий Хәбиров башҡорт һәм рус телдәрендә ант итте.