19.09.2019 Рәсәйҙә тыуһа ла, үҙен американка тип һанай
Рәсәй тенниссыһы, заманында донъя рейтингы буйынса беренсе урында тороп алған билдәле Мария Шарапова үҙен американка тип һанай.
Сөнки ул унда ата-әсәһе менән ете йәшендә күсеп, теннис һөнәрен үҙләштерә башлай. Башта сит тормошҡа өйрәнеп китеүе ауыр була ти, тик һуңынан ваҡыт үтеү менән дуҫтары барлыҡҡа килә. Кешеләр менән осраша, яратҡан шөғөлө менән шөғөлләнеп, алдына ҡуйған маҡсатына ирешә.
32 йәшлек тенниссы үҙ карьераһында биш тапҡыр Ҙур шлем турнирҙарында еңеүсе була. Һуңғы тапҡыр ул ҙур уңышҡа 2014 йылда «Ролан Гаррос» турнирында өлгәшә. Ике йылдан һуң допинг ҡулланыуында ғәйебен танып, 15 айға спорттан ситләтелә. 2017 йылда кортҡа ҡабат ҡайта һәм әлегә әллә ни уңышҡа өлгәшәкәне юҡ.