19.09.2019 "Мостай уҡыуҙары"нда ҡатнашығыҙ!
Хөрмәтле милләттәштәр! Башҡортостан Республикаһына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияға эштәр ҡабул ителә.
Сараның төп маҡсаты - уҡыусыларҙы республиканың һәм Рәсәй халыҡтарының рухи мираҫына ылыҡтырыу, Мостай Кәрим шәхесенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, үҫеп килгән быуынға патриотик, әхлаҡи тәрбиә биреү, әҙәби-ижади һәләтле балаларҙың ҡаҙаныштарын пропагандалау.
Конференцияны БР Мәғариф министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ойоштора.
Эштәр 12 сентябрҙән алып 25 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Саранан ситтә ҡалмағыҙ!
Сараның "Бәйләнештәге" рәсми төркөмөндә тулыраҡ мәғлүмәт һалынған. Һылтанмаһы https://vk.com/mustay100