19.09.2019 Республика көнөндә өс көн ял итәбеҙ
Октябрь айында билдәләгән оло байрамыбыҙ - Башҡортостан Республикаһы көнө мәлендә өҫтәмә ял буласаҡ.
11 октябрь йомаға тура килә һәм ул ял тип һаналасаҡ. Шәмбе һәм йәкшәмбе - 12-13 октябрь законлы рәүештә ял. Ә бына кесе йома, 10 октябрь көнөндә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартылырға тейеш.
Киләһе ошоноң кеүек оҙон ялдар ноябрь айы башында, Халыҡтар берҙәмлеге көнө мәленә тура киләсәк.