19.09.2019 Күҙһеҙ ҡалғың килһә керпек үҫтер
Һуңғы осорҙа яһалма һылыулыҡ модала. Бигерәк тә керпек үҫтереү – киң таралған ысулдарҙың береһе. Уның ниндәйе генә юҡ: классика, 2D, 3D. Ә бына гүзәл зат араһында киң таралған яһалма керпек үҫтереү күҙ өсөн зыянлы, тип иҫәпләй табиптар.
Был хаҡта Бөйөк Британия киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә. Сит ил офтальмологтары табиптары аңлатыуынса, керпек үҫтереү модаға ингәндән бирле, күҙ инфекциялары ауырыуҙары артҡан.
Күҙ ҡабағы зарарланыу осраҡтары ла шаҡтай күп.
Яһалма керпек блефарит сиренә лә сәбәпсе икән. Әлеге сир ваҡытында күҙ ҡабаҡтары, керпек аҫты шешә, был инфекцияны дауалау ҙа ауыр.
Керпек ҡойолоу ҙа йыш күҙәтелә. Ә керпекһеҙ кешелә күҙ аурыуҙары килеп сығыу ихтималлығы тағы ла арта. Сөнки керпектәр күҙҙе туҙандан, елдән һаҡлай.