19.09.2019 Юлдыбайҙа мәсет яңыртыла
Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Әнисә АЛСЫНОВА хәбәр итә:
Ауылыбыҙҙа ике мәсет эшләп килә. Шуларҙың Иҙрис хәлфә исемендәгеһе ҡуртымға алынған бинала эшләп, быйыл август айында ул мәхәллә советына бирелде.
Әлеге ваҡытта бында ремонт бара. Тәүҙә бинаның эске стеналары алынып, иркенәйтелде. Түбәһенә обойҙар йәбештерелде, бәҙрәф яңыртылды, ҡый түгеүгә соҡор ҡаҙылып, ҡыйыҡ ҡоролдо, мәсеттең артҡы яғы яңынан кәртәләнде, тупһаһы яңыртылды. Ғибәҙәт ҡылыусы мосолмандар үҙ аҡсаһына газ мейесе һатып алып ҡорҙо. Йылылыҡ торбаһын ремонтлауҙа Рәил Хәфизов ярҙам итте. Башҡа эштәрҙә Айҙар Алсынов менән Рәшит Абдуллин көн һайын эшләне. Уларға ярҙамға ваҡыттары булғанда Рәйес, Сәлимйән Вәлиевтар, Исмәғил Түләков килде. Имам-хатип Шәфҡәт Моталлапов, имам-наиб Марат Рәхмәтуллин уларҙы кәрәк-яраҡ менән тәьмин итте. Ҡатын-ҡыҙҙар Әнисә Алсынова, Гөлзифа, Рәшиҙә Вәлиевалар, Йәмилә Байназарова, Нурия, Зөлфиә Ҡотошовалар, Фәриғә Әбсәләмова, Ғәлиә Баһауетдинова, Яңылбикә Ҡашкарова әүҙем эшләне.
Ремонт әле лә бара. Барыһы ла әүҙемдәр кешеләрҙең үҙ теләге менән, бер түләүһеҙ башҡарыла. Бөтәгеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ, иманлы сәләмәт тормош насип булыуын теләйбеҙ. Эшләгән изгелектәрегеҙгә сауаптар насип булһын!