18.09.2019 Һеҙҙең исемгә кемдеңдер банк картаһы ла асыуы бар
ВК-лағы З. исемле танышымдан хәбәр килде: "Привет! Как дела? Мне срочно нужна твоя помощь!"
Бер ни яуапламаным. Был ҡасандан ҡаты бәғерлегә әйләнгән икән, тип аптырамағыҙ, сөнки З.-нең миңә улайтып русса яҙмаҫын белә инем. Дә-ә, З.-нең сәхифәһен дә емереп ингәндәр икән, тип кенә ҡуйҙым.
Ысынлап та, бер аҙҙан З. икенсе исем аҫтында ВК-ла яңынан теркәлеп, яҙып ебәрҙе: "Теге аҙнала вк-ны емереп ингәндәр, мин булып аҡса һорап бөткәндәр. Ояты ни тора?! Шуға бынан ары фамилиямды яҙмаҫҡа булдым. Муттар кешенән аҡса һығыр өсөн бик ныҡлап әҙерләнә икән дә ул. Мәҫәлән, минең исем-шәрифкә, хатта ВТБ банкы картаһын асҡандар. Апайымдар минең өсөн борсолоп аҡса ебәреп өлгөргәндәр. Һуңынан миңә яҙалар, аҡса килдеме, тип. Танышым Өфөлә ВТБ банкында эшләгәс, унан һорағайным, карта кем исеменә асылған, тип, ул, был банктың ундай картаһы бөтөнләй юҡ, ти. Үәт, һиңә! Хәҙер Һеҙгә ебәрәйем әле скриншот менән ошо картаның фотоһын".
Бына шулай ҙа була, дуҫтар. Шуға ла һаҡ булығыҙ, аҡсағыҙҙы ебәрер алдынан ҡырҡ ҡат уйлағыҙ, шәхсән һөйләшкәндән һуң ғына ярҙам ҡулын һуҙығыҙ.
Фотоны З.-нең исем-шәрифе яҙылған ерен ҡырҡып бирәбеҙ.