18.09.2019 Ҡафтау мәҙәниәтен яратаһыңмы?
22 сентябрҙә Иван Яҡутов исемендәге ял паркында Ҡафтау халыҡтарының мәҙәниәте фестивале ойошторола.
Унда милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр художество коллективтары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Фестивалдә әзербайжан, грузин, әрмән, чечен һәм башҡа халыҡтарҙың йыр-моңо һәм бейеүҙәрен ҡарау мөмкинлеге бар.
«Республиканың күп милләтле халҡы вәкилдәре бергә йыйылып, халыҡтар араһындағы берҙәмлекте һәм дуҫлыҡты символлаштыра, республика халыҡтарының мәҙәниәте ни тиклем бай икәнен күрһәтә», — тип хәбәр иттеләр БР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.
Фестиваль көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
Ойоштороусылар — БР Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, БР халыҡтары ассамблеяһы, Өфө ҡалаһының Совет районы, И. Яҡутов исемендәге мәҙәниәт паркы.