18.09.2019 Хөрмә һаулыҡҡа яҡшы йоғонто яһай
Хөрмәне битте һытҡы баҫҡанда һәм тире күҙәнәктәре киңәйгәндә ҡулланалар.
1 емешкә 1 сей йомортҡаның һарыһын һалып болғаталар һәм биткә һөртәләр. Күҙ тирәһендәге тирегә тейергә ярамай. 20 минуттан йылы һыу менән йыуып төшөрәләр.
Был емеш тәмле лә, файҙалы ла. Составында С, РР, Е, А витаминдары, кальций, калий, тимер, фосфор, марганец, магний, йод, баҡыр кеүек микроэлементтар бар. Улар авитаминоздан, гемоглобин түбән булғанда файҙалы.
Хөрмәлә кислоталар әҙ һәм шуға ла уны ашҡаҙан йәрәхәте, бөйөр, бауыр ауырыуҙары ваҡытында ҡурҡмайынса ашарға була. Кардиологтар ҙа был емеш менән һыйланырға ҡуша. Ул йөрәк насар эшләгәндә организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға булышлыҡ итә, атеросклерозға ҡаршы профилактика сараһы булып тора. Нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, уның эшмәкәрлеген яҡшырта.
Хөрмәлә йод күп, уны биҙ эшсәнлеге боҙолғанда ла ашарға кәрәк.
Һалҡын тейеп ауырығанда иһә, тамаҡ ауыртыуын баҫыу өсөн, хөрмә һутына бер аҙ ғына йылы һыу ҡушып эсәләр. Иң яҡшыһы – был емеште шул килеш ашау. Шулай уҡ һөткә һалып коктейль эшләп эсергә лә мөмкин.