19.09.2019 Башҡортостан компаниялары WorldFood Moscow аҙыҡ-түлек күргәҙмәһенә әҙерләнә
24-27 сентябрҙә Башҡортостан етештереүселәре илебеҙҙең баш ҡалаһының «Крокус-Экспо» халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә WorldFood Moscow көҙгө аҙыҡ-түлек йәрминкәһендә ҡатнаша.
Унда Рәсәйҙең 55-тән ашыу ҡалаһынан һәм 65 сит илдән меңгә яҡын етештереүсенең килеүе көтөлә.
Беҙҙән унда "Башҡортостан үләндәре", кондитер эслектәрен етештергән "Глобус", "Тайра" (сертификация алған дөгө майы) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, "Sweet Honey" бал фирмаһы, "Белорет" ойошмаһы (үлән сәйҙәре), "Laycy Queen" тәм-том фабрикаһы бара.
БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, ҡатнашыусыларҙың күргәҙмә сығымдарын «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын һәм «Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу барышында республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге финанслай. Ойошмалар үҙ вәкилдәренең командировка сығымдарын ғына түләй.