RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Римма Үтәшева: "Үҫмерҙәрҙе енси тормош менән йәшәргә түгел, ә иҙән йыуырға өйрәтергә кәрәк"

18.09.2019 Римма Үтәшева: "Үҫмерҙәрҙе енси тормош менән йәшәргә түгел, ә иҙән йыуырға өйрәтергә кәрәк"

БР Дәүләт Йыйылышы депутаты мәктәптәрҙә енси тәрбиә биреүгә ҡаршы фекерен белдерҙе.

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау һәм демография мәсьәләләре буйынса ҡануниәттең үтәлешен контролдә тотҡан эш төркөмөнөң беренсе ултырышы булды. Унда БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева сығыш яһаны.

Римма Әмир ҡыҙы һүҙен Башҡортостанда тыуымдың кәмеүен билдәләүҙән башланы. Депутат фекеренсә, эш мәсьәләнең финанс яғына бәйле түгел: «Кавказда халыҡ беҙҙән яҡшыраҡ йәшәмәй. Ләкин динде һәм традицияларҙы һаҡлау иҫәбенә тыуым юғары кимәлдә ҡала».

Һуңынан ул мәктәптәрҙә енси тәрбиә биреү темаһын ҡуҙғатты.

— Балаларға контрацептивтар тураһында һөйләргә кәрәкмәй. Енси тормош 18 йәштән һуң ғына башланырға тейеш. Бөгөнгө Рәсәйҙең бурысы - контрацептивтарҙы түгел, ә сәләмәт, көтөп алынған йөклөлөктө пропагандалау.

Журналистың хәҙерге үҫмерҙәрҙең бер өлөшө барыбер енси тормош алып бара һәм был осраҡта һаҡланыу саралары менән танышыу уларға венерик сирҙәрҙе йоҡтормаҫҡа мөмкинлек бирә тигән иҫкәрмәһенә депутат былай тине:

— Мин контрацептивтарға ҡаршымын тип әйтмәйем. Улар хаҡында мәктәптә түгел, ә университеттарҙа һөйләргә тейештәр. 14 йәшендә уларға был хаҡта белергә кәрәкмәй. Әгәр улар енси тормош алып бара икән, бының өсөн ата-әсә бар, улар балаларын тәрбиәләргә, дәрестәр менән шөғөлләнергә бурыслы. Мин балалар бәләкәйҙән үк контрацептивтар алһын тип пропагандаламайым. Балаларҙың бала сағы булырға тейеш.




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ВК "Башҡортостаным | яңылыҡтар" төркөмө






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне