18.09.2019 Урыҫ Швейцарияһы ауылының исеме иң көлкөлө булырмы?
Свиногорье, Невидимка, Подмой һәм Балдейка. Берәйһенең эт ашамаҫ ҡушаматы тиерһегеҙ - юҡ, былар барыһы ла Рәсәйҙәге ауылдар исеме. Туту.ру порталы иң көлкөлө исемле тораҡ пункттары ярышы иғлан итте.
Бәйгелә Бәләбәй районының Урыҫ Швейцарияһы ауылы ла ҡатнаша. Тәүҙә интернет ҡулланыусылары һәм эксперттар илдең төрлө төбәгенән йөҙ иң көлкөлө исемде һайлап алған. Унан һуң бар нәтижәне унарлап, региондар буйынса бүлеп, ун төркөм булдырғандар һәм һәр береһендә тауыш биреү ойошторолған. Әлеге ваҡытта, 16-21 сентябрҙә тауыш биреүҙең өсөнсө этабы бара.
Исемлектең өсөнсө тиҫтәһендә Башҡортостандан Урыҫ Швейцарияһы, Татарстандан Свиногорье, Свердловск өлкәһенән Незевай, Пермь крайынан Дикая Гарь һәм Невидимка, Удмуртиянан Люк, Подмой һәм Балдейка, Силәбе өлкәһенән Радиомайка һәм Париж бар. Әлегә бында Балдейка алда бара.
Еңеүсе исеме конкурс финалына үтәсәк. Аҙаҡ ун лидерҙан иң көлкөлөһө һайланасаҡ. Был ауылға иҫтәлекле кубок һәм "Рәсәйҙәге иң көлкөлө исемле тораҡ пункты - 2019" тамғаһы тапшырыласаҡ.
Бәйге ноябрь аҙағында тамамланасаҡ. Әле ике финалсы билдәле: Белгород өлкәһенән Мухоудеровка һәм Забайкалье крайынан Хохотуй. Былтыр абсолют еңеүсе итеп Пермь крайынан Чуваки ауылы һайланғайны.
Әйткәндәй, конкурс сайтында ҡатнашыусыларҙың исеме тарихы бирелгән. Мәҫәлән, ауылды Рус Швейцарияһы тип Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан һалдаттар атаған тигән легенда бар. Йәнәһе улар Европаны байҡап ҡайтҡас, беҙҙәге тәбиғәт Швейцарияныҡынан һис ҡалышмай тигән һәм йәшәгән урындарын шулайтып йөрөтә башлаған. Ысынбарлыҡта иһә ауылға исем 1892 йылда бирелгән - тап шул мәлдә эшҡыуар Иван Каньшин бында ҡымыҙ менән дауалау ойошторған һәм уны Урыҫ Швейцарияһы тип атаған. Был урын әле лә бар һәм санаторий булараҡ эшләй.
Конкурстың алдағы ике этабында Сурецкий Муравей (Брянск өлкәһе), Страховка (Орлов өлкәһе), Большие Хомяки (Липецк өлкәһе), Добрые Пчелы һәм Сново-Здорово (Рязань өлкәһе), Солдатская Духовка һәм Иноземная Духовка(Тамбов өлкәһе), Пробуждение (Владимир өлкәһе), Большие Угоны (Курск өлкәһе), Полуямки (Алтай крайы), Беляши (Алтай Республикаһы), Косые Ложки (Красноярск крайы), Печень (Хакасия), Дон-Терек (Тыва), Добролет (Иркут өлкәһе), Колобки (Бурятия), Старый Карапуз һәм Колбаса (Новосибирск өлкәһе) еңеп сыҡҡан.