18.09.2019 Ришат Мусин 8 килограмлыҡ бәшмәккә юлыҡҡан
Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Гөлнара менән Ришат Мусиндар урманға бәшмәккә барғанда 8 килограм ауырлығында ҡыуыҡ бәшмәккә (дождевик) юлыҡҡан.
Бындай бәшмәктәр бик һирәк күренеш икән. Ришат әйтеүенсә, әлеге бәшмәкте улар ҡайындар араһында тапҡан. Улар бәшмәкте уртаға бүлеп, бер өлөшөн ҡыҙҙырып ашаған, бер өлөшөн һыуытҡысҡа һалған. Дуҫтарға ла өлөш сыҡты, ти ир.
Белгестәр әйтеүенсә, был бәшмәк гигант лангермания тип атала. Ҙурлығы генетика менән бәйле. Гигант бәшмәктең ауырлығы – 10 килограммға, диаметры 35 сантиметрға тиклем етергә мөмкин. Ул ашарға яраҡлы, әммә төҫө һарылана башлаһа, ризыҡ итеп файҙаланырға ярамай.