18.09.2019 Иғтибар! Бөгөн суд приставтары менән "тура бәйләнеш" була!
Һеҙгә тейешле бурыстарҙы нисек түләттерергә? Банкта балалар пособиеһы алған иҫәпкә арест һалыуҙары законлымы? Суд приставтары эшмәкәрлегенә ниндәй дәғүәрегеҙ бар?
Бөгөн көндөҙгө сәғәт 11-ҙә «Йәшлек» гәзите Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Әнүәр улы Мәхмүтов менән «тура бәйләнеш» үткәрә.
Һорауҙарығыҙҙы алдан беҙҙең ye02@yandex.ru электрон почтаһына, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәшлек» гәзите төркөмөнә ебәрә алаһығыҙ.
Тура бәйләнеш өсөн телефон: 273-46-38.
Шулай уҡ төркөмдә тура эфирҙа видео трансляцияһы үтәсәк. Күҙәтегеҙ, комментарийҙар аҫтында һорауҙар көтәбеҙ!