17.09.2019 Жуликтар йоҡламай
Банк янындағы терминалдан аҡса алырға килдем. Алдымда өс кеше тора ине. Өсөһө лә терминалдан аҡса алғас, чектарҙы аяҡ аҫтында торған урнаға һелтәп китте.
Оһ, зерә, тип мыңғырлап ҡалдым инде арттарынан...
Был күренешкә бер кем дә аптырамай, сөнки һәр икенсе кеше шулай, ҡағыҙ сүп-сар йыйғансы, тип, чектарҙы ырғытып китә.
Һәм шулайтып, муттарға мутлыҡ ҡылырға юл аса. Күпме кешенең хәләл аҡсаһынан яҙғаны бер Хоҙайға билдәле.
Бөгөндән иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ: бер ваҡытта ла терминал янында банк квитанцияһын ташламағыҙ!
Енәйәтселәр банкомат янында квитанциялар табып, банк иҫәбенә икенсе сим-картаны беректерер өсөн, кешенең кеҫә телефоны тураһында мәғлүмәт эҙләй һәм табыуы ихтимал! Табыу менән иҫәптән аҡсаны һыпырып ала ла, эҙ яҙҙыра.
Бынан тыш, чекта иҫәптә күпме аҡса ҡалғаны, кеше ҡулына ниндәй сумманы алғаны ла күрһәтелә. Енәйәтсегә артығыҙҙан эйәреп барып, янсығығыҙҙы урларға, таларға ғына ҡала... Шуға ла һаҡ булайыҡ.
Был турала яҡындарығыҙҙы ла иҫкәртегеҙ инде.