17.09.2019 Әүҙем студенттар иғтибарына!
18 сентябрҙә Силәбе ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Амур Хәбибуллин Башҡортостан студенттары менән осрашыу үткәрәсәк.
Осрашыу Ш.Бабич исемендәге китапханала ойошторола. Башланыу ваҡыты: 17.30 сәғ. Төрлө сараларҙа ҡатнашырға, уларҙы үткәрергә ярҙам итергә теләгән әүҙем, тырыш, һәләтле студенттар саҡырыла.
Сөнки осрашыуҙың төп маҡсаты - Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкәләтлегендә Йәштәр ассоциацияһын булдырыу.
Вәкәләтлектең тел.: 8(351)225-19-70