25.09.2019 Баҡсағыҙҙы ҡышҡа әҙерләгеҙ
Йәшелсә баҡсаһында күңелле мәшәҡәттәр башланды: үҫтерелгән уңышты йыябыҙ, ҡышҡылыҡҡа уларҙы һаҡларға һалабыҙ, эшкәртәбеҙ. Тиҙҙән түтәлдәребеҙ ҙә бушап ҡалыр.
Беренсе һалҡындар төшкәнсе нимә эшләргә?
– Емеш ағастарының һәм ҡыуаҡтарының ботаҡтарын ҡырҡырға.
– Тупраҡҡа ашлама индерергә.
– Ерҙе ҡаҙып сығырға.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙе көҙгөһөн үк ултырталар. Октябрҙә көндәр йылы торһа, улар тамыр ебәреп, нығына. Әлбиттә, яуым-төшөм күп булған йылдарҙа үҫентеләр юҡҡа сығырға ла мөмкин.
Көҙ һарымһаҡ, ҡара һуған, ужым һуғаны, ҡуҙғалаҡ, япраҡлы петрушка, укроп, кишер, сөгөлдөр кеүек йәшелсәне сәсеп ҡалдыралар.
Халыҡ һынамыштары буйынса, һарымһаҡты 14 октябргә тиклем ултырталар. Көҙгө үҫемлектәр өсөн урынды ла белеп һайлағыҙ. Яҙғыһын һыу йыйылып тормаһын, ҡышҡыһын ул ерҙе ҡалын ҡар ҡаплаһын. Бураҙналарҙы бик тәрән итмәйҙәр. Орлоҡ өҫтөнә серетмәле тупраҡ һибәләр.
Баҡсасыларҙың күбеһе көҙ сәскәләр ултыртып ҡалдыра. Көндәр йылытыу менән улар баҡсаға йәм бирә башлай. Күптәр крокус, нәркәс, ләләләр ултырта. Лилиәләрҙе ултыртҡас, өҫтөн ҡаплап ҡуйығыҙ.
Көҙгөһөн ултырта торған ағастар
Емеш ағастарының ҡайһы берҙәрен көҙҙән ултыртырға мөмкин. Шуларҙың береһе – груша. Ул тиҙ генә тамыр йәйә. Соҡорға мул ғына итеп ашлама һалығыҙ. Ҡыштар беҙҙә ҡырыҫ булғанға, йәш ағасты агротекс менән төрөп ҡуйһағыҙ ҙа була.
Грушаның тамырҙары көслө, тупраҡтан ул дымды үҙе таба. Яҙға тиклем ергә берегеп, тамыр системаһын нығытып ҡалалар.
Слива ағасын да көҙ ултырталар. Туҡландырырға онотмаһағыҙ, емеште күп бирер.