RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәшелсәне нисек һаҡларға?

19.09.2019 Йәшелсәне нисек һаҡларға?

Мул уңыш йыйып алған баҡсасылар йәшелсәләрҙе ҡышын нисек һаҡларға, тип баш вата. Беренсенән, һәр йәшелсәне ваҡытында һәм ҡоро көндә йыйып алырға кәрәк. Икенсенән, уны һаҡлай торған урын, баҙмы ул, подвалмы, алдан әҙерләнгән булырға тейеш.

Кишер менән сөгөлдөрҙө баҙға урынлаштырыр алдынан бәрелгәндәрен, ҡырҡылғандарын йәки серей башлағандарын айырып алып, яҡшыларын ҡоро аҡбур йәки көл менән бутарға кәңәш ителә (10 килограмға 150 – 200 грамм). Шулай эшләгәндә, улар тиҙ боҙолмаҫ. Уңышты тартмала һаҡлау яҡшыраҡ булыр. Йәшелсә өҫтөнә 2 – 3 сантиметр самаһы дымлы торф йә иһә ҡом һибеп ҡуйыу ҙа һәйбәт тотасаҡ.

Кәбеҫтәне көндәр һалҡынайта башлағас, һауа температураһы 0-дән 5 градусҡа ҡәҙәр булғанда йыйһаң, яҡшыраҡ һаҡланасаҡ. Туңған кәбеҫтәне шунда уҡ ҡулланығыҙ. Һаҡлау өсөн боҙолмаған һәм тығыҙ күсәнлеләрҙе генә һайлап алығыҙ. Кәбеҫтә оҙаҡ һаҡланһын өсөн ҡырҡҡанда күсәнен оҙон итеп ҡалдырырға тырышығыҙ. Шулай уҡ япраҡтарҙың тышҡы ҡатламын да алып ташларға кәңәш ителмәй. Кәбеҫтәне подвалда йәки баҙҙа ағас кәштәләргә күсәнен өҫкә ҡаратып, 2 – 3 рәт шахмат тәртибендә теҙеп урынлаштыралар. Шулай иткәндә, вентиляция һәм һауа йөрөшө яҡшы буласаҡ. Кәбеҫтәне яҡшы елләтелә торған урында 0 – 1 градус температурала һаҡлайҙар. Гәзиткә төрөп тә ҡуялар.

Һуған һәм һарымһаҡ яҙға тиклем һаҡланһын тиһәгеҙ, уларҙың сорттарын дөрөҫ һайлағыҙ. Һаҡлау өсөн әсе һуған һәм эфир майҙары күп булған яҙғы һарымһаҡ кәңәш ителә. Уларҙы түтәлдән йыйып алғас, оҙаҡ итеп киптерергә кәрәк. Һуғанды ағас тартмаларҙа һәм үреп һаҡлайҙар.

Һарымһаҡты парафинлау яҡшы һөҙөмтә бирә. Бының өсөн сеткаға тултырылған йәшелсәне 2 – 3 секундҡа иретелгән парафинға тығып алырға кәрәк. Һыуынғас, киндер ҡапсыҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуялар. Шулай уҡ һарымһаҡты быяла банкаларға он менән бутап тултырырға ла була. Һуғанды 1 – 2 йәки 18 – 22 градус, ә һарымһаҡты 1 – 3 градус йылылыҡта һаҡларға мөмкин.




Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне