RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡарағаттан мул уңыш алам тиһәң…

22.09.2019 Ҡарағаттан мул уңыш алам тиһәң…

Ҡара ҡарағат – илебеҙҙә киң таралған культура. Башҡа емеш ҡыуаҡтары менән сағыштырғанда, уның вегетация осоро иртә яҙ башлана. Мәҫәлән, беҙҙең климат шарттарында ул 24 апрелдә үк бөрө ебәрә башлай, 17 май тирәһендә сәскә ата. Был осор ун ете көнгә тиклем дауам итә. Иртә сәскә атыу һөҙөмтәһендә сәскәләре йыш ҡына яҙғы ҡы­рауҙан һәләк була. Беҙҙең шарттарҙа ҡарағат 11 – 25 июлдә өлгөрә. Ул башҡа емеш ағастарына ҡарағанда һалҡындарға сыҙамлыраҡ.

Ҡара ҡарағатты ҡар ҡалын ятҡан урынға ултыртырға кәрәк. Бының әһәмиәте шунда: ҡатлам аҫтында ҡалған ҡыуаҡтың сәскә бөрөләре ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙан һаҡланып ҡала. Ҡар ҡалын ятҡан ерҙә тупраҡ һуң өлгөрә, ҡыуаҡтың вегетация осоро ла һуң башлана, һуң сәскә ата. Һөҙөмтәлә, сәскәләр яҙғы ҡырауҙарҙан иҫән ҡала.

Уның тамыры ерҙең өҫкө ҡатламында тарала, шуға ла ҡоролоҡто ауыр кисерә. Тупраҡта дым аҙ булһа, уңыш икеләтә кәмей. Ҡоро йылдарҙа вегетация осоронда уға даими һыу һибеп торалар.

Ҡара ҡарағат бер урында һигеҙ – ун йыл үҫтерелә. Ултыртҡандан һуң дүрт – һигеҙ йыл мул уңыш бирә. Унан һуң емеше ваҡлана, үҙе төрлө ҡоротҡос, ауырыуҙар менән зарарлана, ҡартая. Шуға ун бер-ун ике йыллыҡ ҡыуаҡты тамыры менән һурып алып, яндырырға кәрәк.
Был үҫемлек ҡара тупраҡлы, дымлы ерҙә яҡшы үҫә. Ашлама ярата.

Республиканың төньяғындағы һөрөү ҡатламы һай булған көл­һыу, уңдырышһыҙ әсе тупраҡлы ерҙәрҙә ҡарағаттан юғары уңыш алам тиһәң, һәр квадрат метрға өс-дүрт килограмм органик, 50 – 60 грамм комплекслы минераль ашлама, 500 – 600 грамм эзбиз индереү талап ителә.
Беҙҙә ҡарағат сентябрь баштарында уҡ үҫеүҙән туҡтай. Ошоно иҫәпкә алып, уны 15 сентябрҙән үк ултырта башларға мөмкин. Ултыртҡанда 40-50х40-50 сантиметр ҙурлығындағы соҡор ҡаҙыла. Тупраҡтың өҫкө ҡатламы – бер яҡҡа, аҫҡыһы икенсе яҡҡа һалына. Өҫкө ҡатламына ике биҙрә серетмә, 200 – 250 грамм суперфосфат, 50 – 60 грамм хлорлы калий, 200 грамм эзбиз йәки 200 – З00 грамм көл һалып яҡшылап бутала. Байыҡтырылған тупраҡты соҡорға һалып, ҡарағат үҫентеһен ултырталар. Һуңынан төбө тығыҙлап тапала, һыу һибелә. Тағы бер мөһим эш: ултыртҡандан һуң, ер өҫтөндә ике-өс бөрө ҡалдырылып, үҫентенең өҫкө өлөшө ҡырҡып алына. Һыу һипкәс, тамыр тирәһен биш-алты сантиметр ҡалынлыҡтағы серетмә йәки торф менән ҡаплап ҡуйыу мотлаҡ.

Һуңғы йылдарҙа баҡсаларҙа Себер сорттары киң тарала. Беҙҙең климат һәм тупраҡ шарттарында “Зоя”, “Стахановка”, “Алтай”, “Алтай десерты”, “Каракол” сорттары яҡшы үҫә һәм юғары уңыш бирә.

Республикала ҡара ҡарағаттың “Алтай десерты”, “Голубка”, “Башҡорт баһадиры”, Мичурин иҫтәлегенә арналған һәм башҡа сорттар районлаштырылған.

“Алтай десерты” сорты М. Лисавенко исемендәге Себер ғилми-тикшеренеү институтында сығарылған. Юғары уңдырышлы, ҡышҡы һалҡындарға сыҙам­лы, емеше эре, ялтырауыҡлы ҡара төҫтә, йомшаҡ, тәмле. Июль баштарында уҡ өлгөрә башлай. Етешһеҙлеге: тиҙ ҡойолоусан, уны ваҡытында йыйып алыу мотлаҡ.

“Голубка” – шулай уҡ Лисавенко исемендәге Себер ғилми-тикшеренеү институтында сығарылған сорт. Юғары уңдырышлы, ҡышҡа сыҙамлы, еләге эре, йомшаҡ, иртә өлгөрә, әскелтем. Мул уңыш биреүе менән айырыла. Етешһеҙлеге – тигеҙ өлгөрмәй.

“Башҡорт баһадиры” – Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты тарафынан сығарылған сорт. Эре, тәме әскелтем, өлгөрөү ваҡыты уртаса, июль урталарына бешә. Етешһеҙлеге – тигеҙ өлгөрмәй.

Мичурин иҫтәлегенә арналған сорт – уңдырышлы, һалҡындарға сыҙамлылығы уртаса. Етешһеҙлеге – ауырыуҙарға тиҙ бирешә.

Ҡайһы бер һәүәҫкәр баҡсасылар яҡшы сорттарҙы ултырта ла мул уңыш көтә, ә үҫентеләрҙе тәрбиәләмәй. Шуны иҫтә тотоу мөһим: бөтә сорттар ҙа тәрбиәгә мохтаж, ерҙә дым, туҡлыҡлы матдәләр һәм башҡа шарттарҙы булдырғанда ғына, улар һәйбәт үҫә, теләгән уңышты бирә.




Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне