17.09.2019 Бындай ҙур бүләк ауыл тарихында тәүге тапҡыр!
Юлдаштарҙа оло шатлыҡ
Ейәнсура районының Юлдаш ауылы мәҙәниәт йортона өр-яңы музыка ҡоролмалары ҡайтты. Ул "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Аныҡ эштәр" программаһы ярҙамында алынған. Ҡоролмаларҙың хаҡы яҡынса 150 мең һум. 38 йыл элек төҙөлгән мәҙәниәт усағы тарихында бындай ҙур ярҙам тәүге тапҡыр күрһәтелгән.
"Беҙҙең ауыл таланттарға бай, төрлө кисәләр, концерттар, осрашыуҙар даими үтеп тора. Быға тиклем заман талаптарына яуап бирерҙәй музыка ҡоролмалары булмауы ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине. Оло проблеманы хәл итергә ярҙам иткәндәре өсөн республика етәкселегенә, "Берҙәм Рәсәй" партияһына, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәновҡа һәм Абзан ауыл биләмәһе башлығы Нурғәле Хажиғәле улы Бикбулатовҡа оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!" - тип шатлығы менән уртаҡлаша Юлдаш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Миңзилә Бикбулатова.