17.09.2019 Алты йәшлек бала аҙна буйы әсәһенең мәйете менән йәшәгән
44 йәшлек ҡатын, ни сәбәптәндер, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Ә бала әсәһенең боҙола башлаған кәүҙәһе янында ултырған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары белдереүенсә, ҡатын сама менән биш көн элек йән биргән. Фатирҙы асып ингәндә, бала аслыҡтан ныҡ хәлһеҙләнгән булған, малайҙы дауаханаға оҙатҡандар.