RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

16.09.2019 Биш хәҡиҡәт

Тормошта осраған ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр, психиканы тотороҡло һаҡлар өсөн 5 хәҡиҡәтте ҡабул итергә кәрәк. Шунһыҙ йәшәүе бик ҡатмарлыға әйләнә. Был хәҡиҡәттәр күптәнән башҡалар тарафынан раҫланған.

1. Барыһы ла үлә.
Үлем тәбиғи һәм ҡотолғоһоҙ. Хәүефле шөғөлдәр менән булышып, тәмәке тартып, араҡы эсеп, уны тиҙерәк яҡынайтырға йәки сәләмәт йәшәү рәүешен алып барып, ахырҙы аҡрынайтырға ла мөмкин. Ләкин һөҙөмтә барыбер һәр саҡ бер үк.

Ошо ябай булмаған хәҡиҡәтте аңлау яҡындарҙы юғалтыу ҡайғыһын еңелерәк кисерергә ярҙам итеп, һәр мәлдең ҡәҙерен белергә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә өйрәтә.


2. Бер кем бер кемгә бер ни тейеш түгел.
Кемдәндер йәки тәбиғәттән, дәүләттән бәрәкәт, ярҙам, аҡса һ.б. көтөп ятыу, талап итеү - буш шөғөл.

Байлыҡҡа, муллыҡҡа, танылыуға ирешер өсөн мотлаҡ көс түгергә, уҡырға, эшләргә, тырышырға, ваҡыт, энергия сарыф итергә кәрәк.


3. Һәр кем үҙ тормошо өсөн үҙе яуаплы.
Уңыштар ҙа, уңышһыҙлыҡтар ҙа тырыш хеҙмәттең, эшмәкәрлектең йәки ялҡаулыҡтың, бер ни эшләмәй тик ятыуҙың һөҙөмтәһе.

Алама нәҫелгә, бала саҡта дөрөҫ тәрбиәнең етмәүенә, ата-әсәнең күп нәмәне биреп еткермәүенә һылтаныу ялҡаулыҡты, ихтыярһыҙлыҡты ғына ҡылыҡһырлай.


Тормошҡа, ата-әсәгә, күршеләргә, хөкүмәткә һ.б. зарланыуҙан туҡтап, ниһайәт, өлкәнәйергә, тормошоң өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алырға ваҡыт.


4. Һәр кем ауыртмаған яғына ята.
Һәм бының өсөн кемделер ғәйепләү - аҡылһыҙлыҡ. Изгелекле ата-әсәнән башҡа тағы кем һеҙҙең именлекте үҙенекенән өҫтөн ҡуйыр икән?

Шуға ла башҡаларҙың ҡылығы нисек кенә йәмһеҙ тойолмаһын, бының өсөн көйөп, нервыларығыҙҙы бөтөрмәгеҙ - ул ни бары ауыртмаған яғына ятҡан.


5. Кеше барыһына ла оҡшарға тейеш түгел.
Хатта иң һөйкөмлө кешене лә күрә алмаусылар, уға көнләшеүселәр, аяҡ салыусылар була. Яуыздарға, көнсөлдәргә ҡаршы көрәшергә лә мөмкин, тик дөрөҫ һығымта яһап, уларҙан алыҫыраҡ йөрөп, кинәнестә йәшәү яҡшыраҡ түгелме?

Ошо хәҡиҡәттәрҙе иҫтә тотоп, ҡатмарлы хәлдәрҙән дә еңеүсе булып сығырға мөмкин.




Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне