16.09.2019 Мәшғүллек үҙәгендә тәҡдим ителгән иң юғары эш хаҡтары
2019 йылдың тәүге ярты йылына һығымта яһап, Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәшғүллек хеҙмәттәрендә иғлан ителгән вакансиялар буйынса иң юғары эш хаҡтары исемлеген баҫтырҙы.
Беренсе урында - балыҡ тотоу сәнәғәте тармағындағы ҡоролмаларҙы ремонтлаусы механиктар. Был вакансияға эшсе эҙләп иғлан ҡуйыусы ойошма 430 мең һум эш хаҡы тәҡдим иткән.
Икенсе урында һауа судноһы пилоты һәм углеводород сәнәғәте тармағында участок начальнигы - уларға айына 330 мең вәғәҙәләгәндәр.
Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығын матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был вакансияларҙың барыһы ла “Рәсәйҙә эш” сайты аша тәҡдим ителгән. Топ – 10 исемлегенә тағы ҡунаҡхана мөдире, сауҙа өлкәһендәге коммерция директоры (290 - шар мең), нефть-газ тармағында программист (270), спортсы-инструктор (250), шеф-ашнаҡсы (230), тауҙы уйыу машинаһы машинисы (225) һәм иретеп-йәбештереүсе (210) инә.
Баҡһаң, белгес ни тиклем ашығыс рәүештә талап ителә, хеҙмәт хаҡы шул тиклем юғары итеп билдәләнә икән.
Рәсәйҙә иң юғары баһаланған һөнәрҙәр - нефть һәм газ табыу компанияларында, тип билдәләй белгестәр. Уларҙың бер сәғәт хеҙмәте 793 һум тора. Икенсе урында тәмәке етештереү өлкәһе – сәғәтенә 739 һум түләйҙәр. Ә кокс һәм нефть продукттарын етештереү эшмәкәрлегендә сәғәтенә уртаса 735 һум алалар.