16.09.2019 Олимпия призеры машинаһын һата
Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарының көмөш миҙал призеры Ольга Фатҡуллина Рәсәй хөкүмәте бүләк иткән машинаһын һатыуға ҡуйған.
Былтыр уҙған Олимпия уйындарында Рәсәйҙең күп спортсылары допинг шигенә эләгеп, ярышҡа бармай ҡала һәм беҙҙең ил атлеттарыбыҙҙың күңелен күрәм тип уйындарға ярашлы бәйге уҙғара. Призерҙарға башҡа ярыштарҙан кәм түгел бүләктәрен дә йәлләмәй. Әйтәйек, конькиҙа уҙышыусы Фатҡуллина еңгәне өсөн BMW X4 автомобиле менән баһалана.
Һатыуының сәбәбе: машина менән ҡулланмау һәм дә урын етмәү. Хаҡы – 3,5 миллион һум.