16.09.2019 Отпускыға китеү өсөн ғариза яҙып тороу кәрәкмәйәсәк
1 октябрҙән отпускыға китеү тәртибе үҙгәрә.
Октябрь башында Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексындағы эшләүсе граждандарҙың отпускыға китеү тәртибе тураһындағы төҙәтмәләр үҙ көсөнә инә.
Уның буйынса предприятие һәм учреждение хеҙмәткәре отпускыға китеү тураһында ғариза яҙыуҙан һәм эш биреүсенән ҡултамға ҡуйҙырыуҙан азат ителә. Йәғни ғаризаны электрон вариантта ғына яҙырға мөмкин. Тик Хеҙмәт килешеүендә документтарҙы электрон вариантта ҡабул итеү тураһында пункт индерелгән булырға тейеш.
Әммә был тәртип алдан билдәләнгән график буйынса отпускыларға ҡағылмай. Был осраҡта тағы ла еңелерәк. РФ Хеҙмәт министрлығы бындай отпускыны хеҙмәткәр тарафынан өҫтәмә ғариза яҙҙыртмай ғына биреүҙе ҡарай.