16.09.2019 Ишембай районының Яр Бишҡаҙаҡ ауылының Йәштәр урамы картуф байрамы үткәрҙе
Икенсе икмәк булып һаналған картуфтан мул уңыш алған Яр Бишҡаҙаҡ халҡы элекке онотолоп барған йолаларҙың береһен ҡайтанан тергеҙҙе.
Йәштәр урамы картуф йыйыу йолаһын сәхнәләштерҙе, баҡса үҫтереүселәргә алған уңыштарына ҡыуанып, бала-сағаһы, яҡындары менән имен-һау ашарға яҙһын, тигән изге теләктәрен һамаҡлап еткерҙе.
Ошолай итеп, электән күрше-күлән, тыуған-тыумаса картуф ҡаҙып алған осорҙа бер-береһенә йөрөшөп, уңыш шатлығы менән бүлешкән, изге теләктәрен әйтешкән, ти был төбәктә йәшәүселәр.
Әйткәндәй, байрамға аш-һыу оҫтабикәләре картуфтан ғына 49 төр ризыҡ әҙерләп алып килеп, ҙур табын да ҡорҙо