16.09.2019 «Автомобилист» юғалтыуһыҙ, «Амур» еңә алмай йонсой
Континенталь хоккей лигаһының сираттағы осрашыуҙары булып уҙҙы.
Командалар уйын календарына ҡарап, төрлөһө төрлөсә осрашыҙар үткәрҙә. Әйтәйек, «Трактор» клубы һигеҙ уйын уҙғарға, «Лококмотив» иһә дүрт кенә бәйгелә ҡатнашты. Шуға ла турнир таблицаһында әлегә аныҡ ҡына лидерҙы айырып әйтеүе ауыр. Шулай ҙа «Автомобилист» хоккейсыларын билдәләй булмай. Улар алты уйында алты еңеү яулап, Көнсығыш конференцияһында берҙән-бер еңелеү белмәҫ команда булып һанала. Көнбайышта «Витязь» аптырата. Улар ҙа бер генә отолоп, хатта лидер булып киткән. Магнитогорскиҙың «Металлург»ы «баш»ын алмаштырыуға ҡарамаҫтан, Воробьев етәкселегендә дүртенсеге отолдо. Көнсығышта «Амур» командаһы ла әлегә бер ҙә еңеү бәхетен кисергәне юҡ. Был юлы улар «Салауат Юлаев»ҡа 3:2 иҫәбенә еңелде. Юлаевсылар ҙа бер еңеп, бер еңелеп, биш уйындан һуң ете мәрәй менән бишенсе.
Иртәгә улар Ҡытай клубына һынау тотасаҡ. Һынау тигәндән, беҙҙекеләр улар менән быйылғы беренселектә өсөнсө тапҡыр көс һынаша. Әлегә иҫәп тигеҙ.