14.09.2019 Күҙ йәштәрен түгә генә оло йәштәгеләр...
Кисә Өфөлә йәшәүсе 77 йәшлек пенсионерка 22 мең һум аҡсаһынан һәм алтын сылбырынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Хәҙер илап, ҡайғырып та ултырмаҫ ине лә бит, уға ике ят ҡатын килеп, һиндә ҡарғыш ята, тиҙерәк ул боҙомдан ҡотолор кәрәк, беҙ ярҙам итербеҙ, тип алдаған. Әбей ҡурҡышынан уларҙы өйөнә индереп, боҙомдан ҡотолорға ашыҡҡан.
Тик боҙом урынына, 22 мең һум аҡсаһынан "ҡотолған".
Салауат ҡалаһында иһә 80 йәшлек әбейҙе ике ялған "газовик" талаған.
Газ хеҙмәтенәнбеҙ, тип оло кешене алдап, фатирға ингәс, береһе әбейҙең иғтибарын албырғатҡан саҡта, икенсеһе йәшерен урынды эҙләп табып, 90 мең һум аҡсаны, алтын биҙәүестәрҙе, 300 евроны урлаған.
Кейәүе хәл белешергә килгәс кенә, оло ҡатын аҡсаһы, биҙәүестәре юҡлығын асыҡлаған.
Әлеге ваҡытта бурҙарҙы эҙләйҙәр ҙә, табыуҙары бик икеле шул.
Дуҫтар, зинһар, оло йәштәге туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы иҫкәртегеҙ - ят кешеләрҙе фатирға индермәһендәр! Үҙегеҙ ҙә һаҡ булығыҙ! Исем-шәрифегеҙ менән өндәшкән хәлдә лә, танышығыҙҙың танышымын, тиһәләр ҙә, һаҡлыҡты юғалтмағыҙ.