RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бурысҡа аҡса алып, уны кире ҡайтармаһалар, ҡыйын бит, әй!

14.09.2019 Бурысҡа аҡса алып, уны кире ҡайтармаһалар, ҡыйын бит, әй!

Байтаҡ йылдар элек булды был хәл. Яҡын аралашҡан туған тейешле ҡатын бурысҡа аҡса һорап килде.

Сумма әллә ни күп тә түгел, ә шулай ҙа эш хаҡының дүрттән бер өлөшөн тәшкил итте. Балаларҙың туҙған аяҡ кейемен алыштырырға тейеш инем ул аҡсаға. Бер айҙан кире ҡайтарам, тигәс, тоттороп сығарҙым. Ләкин ул аҡсаны кире ҡайтарманы. Бер айҙан һуң да, ярты йылдан һуң да. Иҫләтеп торманым, моғайын, кире ҡайтарыр әле, үҙебеҙҙең дә һәр тиндең иҫәпле икәнен белә лә инде, тип уйланым (фатир һатып алырға кредит юллағайныҡ).

Ә бер көндө кисен тиҙ генә баш ҡалаға барырға кәрәклеге билдәле булды. Өйҙә икмәк-тоҙлоҡ ҡына аҡса бар. Бурысын ҡайтармаҫмы, тип туғаныма шылтыраттым, трубканы алманы. Бер ҡаланың осонан икенсе осона йүгерҙем. Барып ишеген туҡылдатып, хәлде аңлатып бирҙем. Ул, ишеген яртылаш ҡына асып, аҡсам юҡ шул, тине. Бәлки, күршеләреңдән алып торорһоң, тигәйнем, үҙең һора, тип ҡоро ғына яуапланы. Буш ҡайтылды.

Ҡайтышлай күңелем тулышып, илап ебәрҙем. Ғәрләндемме шул...


Ҡайтып еткәс, минең йәшле күҙҙәрҙе күргән балалар, нисек йыуатырға белмәй, үҙҙәренең "копилка"ларын вата һалды: "Беҙҙә аҡса ныҡ күп, бер ҙә илама!" Башланғыс синыфтарҙа уҡыған балаларыма рәхмәттәр уҡый-уҡый, төнгө автобусҡа ашыҡтым. Вокзалда кассаға тимер аҡсаларҙы услап-услап һалғас, кассирша көлөп үк ебәрҙе: "Копилка"ларҙы таланығыҙмы әллә?"

... Шуға тиклем дә, унан һуң да әллә күпме кешегә бурысҡа аҡса биреп, алданып ҡалғаным булды. Ләкин тап ошо осраҡ бер ҡасан иҫемдән сыҡмай. Балаларымдың киң күңеллеге, ярҙам итергә ынтылып тороуы алдан билдәле булһа ла, шул кисте был сифаттары йәнемә дауа ине, ғәрлек тойғоһон еңелерәк кисерергә ярҙам итте.

Үтескә аҡса алып та, кире ҡайтармаған кешеләр ғәҙәттә офоҡтан зым-зыя юғала, ә туған тейешле ҡатын һис бер ни булмағандай аралашырға маташты. Тик күңелем ҡатҡайны, шуға ла һуңынан тағы аҡса, әйбер һорап килһә лә, юҡ, тип ҡулды ғына йәйҙем. Әйткәндәй, ул шул килеш бер ҡасан аҡсаға ялсымай йәшәй. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел - бурыстарҙы ҡайтарырға кәрәк.

Был турала тап бөгөн иҫләүҙең сәбәбе бар: иртәнән өс кеше бурысҡа аҡса һораны, биреп тә ебәрер инем, отпускынан һуң янсыҡ бушыраҡ. Үҙем ҡыуанам, әлдә буш, тип, юғиһә ышанысһыҙыраҡ ул кешеләр.

Ә һеҙҙе дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ шулайтып ярыҡ ялғашҡа ултыртып киткәне булдымы?




Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне