14.09.2019 "Андрей Назаровҡа ышаныс күрһәтәйек"
Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков:
Ағай-эне, һуңғы арала Андрей Геннадьевич Назаровтың шәхесе ҡабаттан башҡорт йәмәғәтселегенең иғтибары үҙәгендә. Билдәле булыуынса, ул яңыраҡ ҡына Башҡортостан хөкүмәтенең вице-премьеры итеп тәғәйенләнде.
Башҡорттар иң күп йәшәгән төбәктә – Урал аръяғында – тыуып-үҫкән Андрей Назаров тыуған ере үҫеше өсөн бик күп эштәр башҡарҙы, шул иҫәптән башҡорт халҡы батырҙарының исемен мәңгеләштереүгә байтаҡ көс һалды.
Ләкин социаль селтәрҙә ҡай саҡ уның исеменә тап төшөргән яҙмалар килә лә сыға. Дөйөм һүҙҙәр менән, аныҡ факттарға таянмаған бысраҡ яҙмалар тик әрләүгә генә ҡоролған, тиһәк тә хаталанмаҫбыҙ. Кешегә яла яғыу урынына факттарға таянырға кәрәк тә һуң!
Әйтәйек, Урал аръяғында Зәки Вәлидигә тәүге һәйкәл Андрей Назаровтың инициативаһы менән үҙ аҡсаһына ҡуйылды.
Ике меңенсе йылдарҙа ла әле, хас та туҡһанынсы йылдарҙағы кеүек, эшҡыуарҙар ауыр ваҡыттар кисерә ине, шуға ҡарамаҫтан Андрей Назаров ниәтен тормошҡа ашырҙы бит! Һаманғаса ошо һәйкәлде яңыртыуға, һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүен дауам итә.
Артабан, 2013 йылда, республикабыҙҙың тыуған көнө айҡанлы Сибай ҡалаһында Андрей Назаровтың башланғысында һәм тулыһынса тиерлек уның аҡсаһына Төньяҡ амурҙарына һәйкәл асылды.
Андрей Геннадьевич башҡорт телен аңлай һәм ярата. Ул башҡорттар араһында үҫкән кеше бит. Әлбиттә, тәүге китаптар, дуҫтар, аралашыуҙар – бөтәһе лә башҡорт телендә булған. Биш йәшкәсә ул хатта руссаға ҡарағанда, күберәк башҡортса һөйләшкән, сөнки көн оҙоно эштән бушамаған ата-әсәһе уны бер йәштән алып изге күңелле башҡорт ҡатыны ҡарамағына ҡалдырып йөрөгән. Башҡорт ҡатыны бала менән, тәбиғи, башҡортса аралашҡан. Әлегәсә Андрей Геннадьевич төп принцибына хыянат итмәй: Башҡортостанда йәшәйһең икән, ерле халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам ит, телен аңла.
Ошо ла илһөйәрлек түгелме ни?
Андрей Назаров үҙен ғорур, ҡыйыу, уңған башҡорт халҡының бер вәкиле итеп иҫәпләй икән, нисек уны ситкә тибәһең? Яҡын таныштарым әйтеүенсә, Мәскәүҙәге компанияһында күберәк тап үҙебеҙҙең башҡорттар эшләй. Андрей Геннадьевич беҙҙең халыҡты ышаныслы булғаны өсөн ныҡ ихтирам итә.
Кешегә ерле юҡтан яла яғыу килешкән эш түгел. Ул яңы вазифаға тәғәйенләнгән икән, эшләргә форсат бирәйек, ышаныс күрһәтәйек.