14.09.2019 Торлаҡһыҙ ҡалған 10 балалы ғаиләгә өй бүләк иткәндәр
Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында йәшәүсе Тамара менән Александр Потякиндарҙың 16 балаһы бар.
Дүртәүһе - үҙҙәренең балаһы, ҡалғандары тәрбиәгә алынған. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҫеп етеп, айырым донъя көтә.
Быйыл Яңы йыл каникулдарында Потякиндар ғаиләһендә бәхетһеҙлек булған - уларҙың өйөнә ут ҡапҡан.
Янғында бер кем дә зыян күрмәгән, ләкин 10 балалы ғаиләнең йәшәргә урыны булмаған. Тәүҙә улар ҡунаҡханала көн иткән, ә һуңғараҡ Хәйбулла районы хакимиәте ике бүлмәле фатир бүлгән.
Шунан һуң был эшкә Башҡортостандың Тәфтиш комитеты ҡушылған. Урындағы тау-байыҡтырыу комбинаты хәйриә фондына аҡса күсергән һәм Потякиндарға йорт һатып алғандар.
Йортоғоҙ ҡотло булһын!