13.09.2019 Иғтибар! 2021 йылда Өфө юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатын ҡабул итәсәк!
Бының турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
"Башҡортостандың ҙур спорт командаһы берҙәм эшләүе яңы ҙур һөҙөмтәгә килтерҙе. Спорт көрәше буйынса халыҡ-ара комитет ултырышы ыңғай ҡарар ҡабул итте. Беҙҙе күләмле әҙерлек көтә һәм республика спорты өсөн яңы мөмкинлектәр асыла", - тине Радий Фәрит улы.