13.09.2019 Бурҙар арҡаһында пенсияһыҙ ҙа ҡалыуыбыҙ ихтимал
Мәскәү тәфтишселәре алдашыу юлы менән рәсәйҙәрҙең пенсия иҫәптәренән аҡса урлау буйынса енәйәт эше асҡан.
2017–2018 йылдарҙа билдәһеҙ кешеләр, ярты миллион кешенең пенсия йыйылмаларын икенсе дәүләттеке булмаған пенсия фондына күсереүе тураһында ялған ғаризалар тултырып, мутлашыу менән шөғөлләнгән.
Хатта документтар нотариустар тарафынан раҫланған булған. Һуңынан ғына имза һәм мисәттәрҙең ялған булыуы асыҡланған.