13.09.2019 Өмә тигәндә солтанбәктәр дәррәү!
Асҡын районынан “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылы халҡы торған ерҙәренең хозурлығын аңлап, матурлыҡты һаҡларға, тағы ла күркәмерәк итеү өсөн тырыша.
Йүнсел хужалар йорттарын төҙөкләндерә, кәртә-ҡураларын сағыу төҫлө ҡалай менән уратып кәртәләй, ә уңған хужабикәләр ихата һәм баҡсаларында гөл- сәскәләр үҫтереп, матурлыҡ өләшә.
Солтанбәктәр бер-береһенә таяныс булып, ярҙам итеп йәшәй. Ауылда өмәләр ҙә йыш үтә. Ошо көндәрҙә үткән күмәк эштә ирҙәр магазин, ҡараусыһыҙ ҡалған йорт тирәләрендәге иҫке кәртәләрҙе һүтеп таҙартты, ҡатын-ҡыҙҙар сүп-сар йыйҙы, ҡый үләндәрен сапты.
"Күмәкләгән — яу ҡайтарған" тигәндәй, бергәләп тотонғас, эш ырай.