13.09.2019 Мәктәп ашханаһында ҡот осҡос хәл: 4 бала етди тән йәрәхәте алып дауаханаға оҙатыла
Кузбасстағы Междуреченск мәктәбенең ашханаһында термопот – электр самауыры ауып, беренсе класта уҡыусы дүрт баланың өҫтөнә ҡайнар һыу түгелгән.
Был хәл бер уҡыусының яңлыш өҫтәлде ауҙарыуы арҡаһында килеп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә, дүрт бала төрлө дәрәжәләге тән бешеүе алған, уларҙың өсөһө дауаханаға эләккән. Бер ҡыҙҙың хәле бик ауыр, ул әле реанимацияла ята.
Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү эше бара.