13.09.2019 Дарыу урынына – массаж
Сәләмәтлек менән бәле тайпылыштар булғанда, дарыу эскәнсе, организмдың үҙ көсө ярҙамында дауаларға кәрәк. Уның өсөн үҙ-үҙеңә массаж яһау етә.
Бармаҡтарҙа әҙүем нөктәләр бик күп.
Уларҙың һәр береһе айырым орган менән бәйләнгән. Был нөктәләргә массаж яһап ауыртыуҙы баҫырға мөмкин.
а) Аш эшкәртеү менән тайпылыштар булғанда, имән бармаҡты ыуалар. Теш ауыртҡанда, был бармаҡтың тырнаҡ аҫтындағы нөктәләрен массажлайҙар.
б) Урта бармаҡҡа массаж яһау,ҡан тамырҙары системаһы эшсәнлеген яйға һала.Былай эшләү ҡан баҫымы уйнамаһын өсөн дә кәрәк.
в) Үпкәлә тайпылыштар башланғанда, баш бармаҡты ыуырға кәрәк. Баш бармаҡ тырнағының айға оҡшаған аҡ өлөшөнә баҫыу йүтәлде дауалай.
г) Стресс кисергәндә исемһеҙ бармаҡҡа массаж яһайҙар.
д) Сәтәкәй бармаҡ йөрәк һәм нескә эсәк менән бәйләнгән. Был бармаҡҡа массаж яһап, эс китеүҙән арынырға, йөрәк эшсәнлеген яйға һалырға мөмкин.