13.09.2019 Улығыҙҙы һәм ҡыҙығыҙҙы ҡосаҡланығыҙмы?
Бөгөн улығыҙҙы, ҡыҙығыҙҙы нисә тапҡыр ҡосаҡланығыҙ, үптегеҙ? Бер тапҡыр ғына?! Һеҙ нимә, үҙ балағыҙға дошманмы ни?!
Ҡосаҡлау-үбеү етмәгән баланың, хатта мейеһе яратылып үҫкән баланың мейеһенә ҡарағанда кесерәк була! Ә инде йомшаҡ осаһына көн дә бер-икене эләктереп тә торғанда, физиологик артта ҡалыу ҙа күҙәтелеп, ул инде һис ҡасан был йәһәттән һөйөүҙә үҫкән баланы ҡыуып етә алмаясаҡ! Ҡосаҡлау етмәгән бала өлкәнәйгәс, даими рәүештә күңел төшөнкөлөгөнә дусар булып йәшәй, төрлө күңелһеҙлектәргә, уңышһыҙлыҡҡа йышыраҡ тарый.
Балам уңышлы, бәхетле, сәләмәт булып үҫһен, тиһәгеҙ, уны көнөнә тиҫтәләрсә тапҡыр ҡосаҡлағыҙ (ғалимдар, 12 тапҡырҙан ашыуыраҡ ҡосаҡларға кәрәк, тип кәңәш итә). Яратырға сәбәп эҙләмәгеҙ: ул янығыҙҙан үтеп барамы, уйҙарға батып ултырамы, йоҡларға яттымы, "икеле" билдәһен алып ҡайттымы, тыңламай ҡаңғырттымы - барыбер тотоғоҙ ҙа арҡаһынан тупылдатып һөйөгөҙ, башынан һыйпап, күҙҙәренә һөйөп ҡарағыҙ. Бер аҙҙан ыңғай үҙгәрештәргә үҙегеҙ ҙә хайран ҡалырһығыҙ. Ә бит тылсым ябай ғына, һәр ата-әсәнең хәленән килә - ни бары яратып ҡосаҡлауҙан ғибәрәт.
Ул бит һеҙҙең һөйөклө балағыҙ, ҡолоҡасығыҙ, йөрәккәсегеҙ! Нисек уны ҡосаҡламай, үпмәй түҙәһең?!