12.09.2019 Һалым түләргә ваҡыт етте
Ошо көндәрҙә мөлкәте , ер участкаһы булған республика халҡы һалым органдарынан хаттар ала башлаясаҡ. Һалымды 1 декабргә тиклем түләргә кәрәк. Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтының шәхси кабинетында теркәләгәндәргә документ электрон рәүештә ебәрелә, ҡалған 1,6 млн һалым түләүсе «Рәсәй почтаһы» аша аласаҡ. Уведомление ҡағыҙында бюджетҡа һалым түләү өсөн реквизиттар, банк терминалы, мобиль ҡушымта аша түләүгә штрих- код, QR-код күрһәтеләсәк. Квитанциялар хәҙер ебәрелмәй.