12.09.2019 Ниндәй температурала күберәк төш күрәбеҙ?
Швейцарий ғалимдары үҙенсәлекле тәжрибә уҙғарған. Бүлмәләге һауа температураһының йоҡоға нисек тәьҫир итеүен асыҡлаған улар.
Белгестәр төрлө температура аҫтында йоҡо фазаларын күҙәткән. Баҡһаң, бүлмә ни тиклем тынсыу, төш тә оҙон була икән.
Юҡҡамы ни, бүлмә эҫерәк булған һайын, йоҡоноң сифаты ла насар була. Эҫелә һаташып, теләһә ниндәй төштәр күреп йәки баҫлығып уяна күптәр. Бүлмәлә һауа температураһы түбәнерәк булған һайын, тимәк, кеше тынысыраҡ йоҡлай. Ул ҡыҫҡа фазалы төштәр күрә. Был һаулыҡ өсөн үтә файҙалы, ти белгестәр.