12.09.2019 Баҡсала, урамда эштәрҙе тамамлай һалығыҙ! Юғиһә...
Киләһе аҙнаның башында Башҡортостанда «әбейҙәр сыуағы» тамамланасаҡ тиҙәр синоптиктар.
Шуға күрә лә иптәштәр, был аҙнала һуңғы йылы көндәр менән рәхәтләнеп ҡалығыҙ. Картуф алығыҙ, урам, баҡса таҙартығыҙ. Киләһе аҙнала «әбейҙәр сыуағы» тамамланасаҡ, термометр бағанаһы яйлап төшәсәк.
Яҡынса фараз буйынса, 16 сентябрҙән Өфөлә туҡтауһыҙ ямғырҙар башлана, ә һауа температураһы көндөҙ +15 градус тирәһе була.