12.09.2019 Билдәле тележурналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин юғалған...
Сит ил паспортының ваҡыты үтә тигәндә генә, ниһайәт, Европаға сәйәхәт ҡылдым. Сәфәр Өфөлә үк ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән башланды. Тәүҙә самолёт Өфө урынына Ҡаҙанға осто. Артабан, үҙебеҙ Истамбул урынына Мәскәүгә барҙыҡ...
Сәйәхәттең көн ярым ваҡыты юғалһа ла, Чехияға имен-һау барып етелде. Ике көндә Праганы арҡырыға-буйға йөрөлдө. Хәҙер ул ҡаланы биш бармағым һымаҡ яҡшы беләм.
Ә Австрияның Венаһын әле өйрәнергә лә өйрәнергә. Ҡаланың матурлығына һоҡланып, ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ аттарын яҙғы айҙа һыу эсергән Дунай йылғаһына барып аҙашыуым хәтерҙә. Маҡсатым совет һалдаттарына арналған һәйкәлде барып күреп, Назар Нәжмиҙең "Батырҙар йыры"н башҡарыу ине. Таптым, йырланым, ҡайтыр юлымды юғалттым. Ҡала үҙәгенән ныҡ алыҫҡа киткән булып сыҡтым. Ярай, телде икмәк-тоҙлоҡ ҡына беләм, ярҙам итте. Тәғәйен урында көткән автобусҡа өлгөрҙөм. Әгәр тороп ҡалһам... Бөттө баш... Баҡтиһәң, минең аҙашыуым бының менән генә сикләнмәгән икән.
Ошо уҡ сәйәхәттән Өфөгә ҡайтышлай Төркиәгә һуғылдыҡ. Истанбул. Баҙарҙа төрөктәр менән хәбәр һатып, сәй һәм төрлө татлы ризығы менән һыйланғанда, төркөмдән тороп ҡалғанымды һиҙмәгәнмен. Эҙләргә тотондом. Юҡ. Таба алмайым.
Ҡапыл ғына эңер төштө. Һәр бер автобусҡа инәм, кире бороп сығаралар. Йәнәһе лә, мин уларҙың турисы түгел. Алда ҡуҙғалған бер автобус артынан йүгерҙем, "минекеләрҙер" тип уйланым. Уныһы кварталдар араһына инде лә юғалды. Башта йөҙ төрлө уй үтте. Етмәһә, үҙем менән ҡайтырға билет та, минең кем икәнлегемде дәлилләгән бер документ та юҡ. Ҡулда – тик бер пакет күстәнәс... Ҡояш нурҙары бөтөнләй күҙҙән юғалды.
Тик фонарҙар яҡтылығы аша ғына кешеләрҙе абайларға мөмкин. Илар хәлгә еттем. Төркөмдә булған егет-ҡыҙҙарға шылтыратам, алмайҙар. Роуминг тип телефондарын һүндереп ҡуйыуҙарын аңланым. Тороп ҡалдым инде, тип ҡабат баҙарға йүгерәм тигәндә, исемемде ишетеп боролдом. Минекеләр! Аңлатып бирә алманым, телем әйләнмәй ине.
Һуңынан ашарға ултырғанда ла тамаҡҡа ризыҡ барманы. Ныҡ ҡурҡҡанмын, ахыры... Ваҡыт үтте, хәҙер ул хәлде тик йылмайып ҡына иҫкә алырлыҡ. Әйткәндәй, ай башында сит ил паспортын яңырттым бит әле. Тағы ла булмаған илдәрҙе күрергә иҫәп тотам!