RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?

12.09.2019 Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?

Халыҡ медицинаһында ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеүҙең төрлө ысулдары билдәле. Шуларҙың бер нисәүһе менән танышып китәйек.


Ҡарабойҙай менән кефир
Кистән бер стакан ҡарабойҙай ярмаһын йыуып, таҙартып, өҫтөнә 0,5 л кефир ҡойоп әҙерләп ҡуйырға. Йоҡонан торғас, шуның яртыһын – иртәнге аш урынына, ҡалған өлөшөн йоҡлар алдынан ашарға кәрәк. Башҡа ваҡытта ғәҙәттәгесә туҡланырға. Ун көн ошондай кефир эскәндән һуң, ун көн ял итеп, унан тағы ҡабатларға.


Өрөк сәтләүеге
Ял ваҡытында көнөнә бишәрҙән өрөк сәтләүеге ашағанда файҙаға ғына. Бер айҙан һуң ҡандағы шәкәр кимәлен тикшертергә мөмкин, ул кәмергә тейеш. Ул ғына ла түгел, ул ҡан тамырҙарын нығытып, холестерин кимәлен кәметеүгә лә булышлыҡ итә.


Лимон менән сей йомортҡа
Бер лимон һутын һәм сей йомортҡаны ҡушып бутарға һәм килеп сыҡҡан ҡатнашманы иртәнсәк ас ҡарынға эсергә. Дауаланыу курсы – өс көн. Шунан ун көн туҡтап торғандан һуң, тағы өс көн эсергә мөмкин.


Лавр япрағы
10 лавр япрағын алып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм йылы урында бер тәүлек төнәтергә. Был төнәтмәне ашарҙан ярты сәғәт алда ¼ стакан эсергә. Лавр япрағы төнәтмәһен ике аҙна эсергә кәрәк. Ул шулай уҡ ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.


Куркума
Ҡандағы шәкәр кимәлен куркума бик яҡшы төшөрә. Бының өсөн бер семтем тәмләткескә бер стакан ҡайнар һыуға ҡойоп, шуны иртәле-кисле эсергә. Уны төрлө ашамлыҡ әҙерләгәндә лә ҡушырға мөмкин. Куркума шулай уҡ ҡанды таҙарта, аш эшкәртеү процесын да яйға һала.


Уҫаҡ ҡайырыһы
Ике ҡалаҡ уҫаҡ ҡайырыһына ике стакан һыу ҡойоп, ярты сәғәт талғын утта бешерергә. Һуңынан термоста йәиһә йылы урынға ҡуйып 2 – 3 сәғәт төнәтергә. Был төнәтмәне ашарҙан бер нисә минут алда эсергә кәңәш ителә. Ул ҡандағы шәкәр кимәлен бик тиҙ төшөрә.
Көртмәле емешен, кесерткән япарағын һәм бәпембә тамырын бер үк күләмдә алып, ҡайнар һыу ҡойоп термоста төнәтергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне көн дауамында яртышар стаканлап эсергә.




Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне