12.09.2019 Йәшелсәне ҡышҡа нисек һаҡларға?
Иң мөһиме – уларҙы ҡырау төшкәнсе алып бөтөрөргә. Ҡаҙып алынған йәшелсәне һаҡлауға ҡуйыр алдынан киптерегеҙ, әммә артыҡ киптереү ҙә дөрөҫ түгел. Дымлылығын юғалтһа, шиңәсәк һәм оҙаҡ һаҡланмаясаҡ. Ҡояшлы көндәрҙә уларҙы түтәлдәрҙә ике сәғәткә ҡалдырып торһағыҙ ҙа була. Болотло көндә өҫтө ябыулы урынға индереп, йәйеп һалып елләтегеҙ.
Ҡуян тубығы (пастернак) менән топинамбурҙы ерҙә лә һаҡлап була. Түтәл өҫтөн ҡойолған япраҡтар менән ҡаплап ҡуйһағыҙ ҙа етә.
Кишер, сөгөлдөрҙө тартмаларға йәки ҙур полиэтилен тоҡсайҙарға ҡоро ҡом, йә булмаһа бысҡы онтағы менән ҡатыштырып ултыртығыҙ.
Сөгөлдөрҙө картуф менән һаҡлау дөрөҫ, йәғни уны картуф өҫтөнә ҡуйығыҙ. Сөгөлдөр артыҡ дымды һура, шуға ла күк барлыҡҡа килтермәй. Үҙе лә шиңмәй һаҡлана.
Йәшелсә араһына ҡатлап миләш ағасы япрағы, әрем, абаға ҡуйып ҡалдырығыҙ. Улар ауырыу таратыуҙы сикләй.
Кишер, сөгөлдөр, әсе торма өсөн иң яҡшы температура – 0-дән 3° градусҡаса. Температура -1 -2 градусҡа төшкәндә, улар туңа һәм серей башлай.