11.09.2019 Шарлотка бешереү өсөн ике ысул
Торттар бешереү оҫтабикәһе Тәскиә Вәғизованан шарлотка рецептары:
1 ысул: 5 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 4-5 алма, 3-4 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 ҡалаҡ разрыхлитель, 1 стакан он.
Йомортҡаның ағы менән һарыһын айырабыҙ. Уларҙы айырым һауыттарҙа миксер менән күпертәбеҙ. Артабан икеһен ҡушабыҙ, өҫтөнә ҡалған ингредиенттарҙы һалабыҙ. Алманы ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ, бергә ҡушып бутайбыҙ һәм мейескә ҡуябыҙ.
2 ысул: 3 йомортҡа, 1 стакан кефир йәки магазин ҡаймағы, 1 стакан шәкәр, 150 грамм көнбағыш майы йәки 1 ҡап маргарин, 2-3 стакан он, ! ҡап разрыхлитель, 4-5 алма.
Миксер менән бутайбыҙ, ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ кеүек килеп сығырға тейеш.