11.09.2019 Әбей тәҙрә йыуғанда ҡолап төшкән
Өфөлә йәшәүсе 78 йәшлек әбей балконының тәҙрәләрен һөртөп алмаҡсы булған. Тик башы әйләнеп ҡолап төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Ярай әле йорттоң “козырегына” эләккән, дүртенсе ҡаттан ергә ҡолаған саҡта оло кешенең хәле нисек булыр ине, билдәһеҙ.
Ваҡиға урынына кисекмәҫтән ҡотҡарыусылар, полиция һәм “Тиҙ ярҙам” килеп еткән.
Зыян күреүсе әле дауаханала, хәле ҡәнәғәтләнерлек.