11.09.2019 Башланғыс синыфтар бушлай туҡланырмы?
Дәүләт Думаһы депутаттары мәктәптә баланың туҡланыуы өсөн түләүҙә, ғаиләнең ниндәй категорияға инеүенә ҡарамай, башланғыс синыфтар өсөн мәктәптә ашауҙы бушлай итеү тәҡдиме менән сыҡмаҡсы. Закон проекты көҙгө сессияла ҡараласаҡ. Әлеге көндә РФ субъекттарына федераль бюджеттан был маҡсаттан тейешле сумма бүлеү ҡарала.
Киләсәктә өлкән синыф уҡыусыларын белем усағында бушлай ашатыуҙы хәл итеү юлдары тикшереләсәк.
.